Бөтә яңылыҡтар
Йондоҙнамә
19 Ноябрь 2021, 14:18

ЙОНДОҘНАМӘ

(22 – 28 ноябрь)

ЙОНДОҘНАМӘ
ЙОНДОҘНАМӘ

 ҠУҘЫ

Йыйылып киткән проблема­ларҙы әле хәл итеү яҡшы, сөнки аҙаҡ һуң булыуы ихтимал. Башҡаларҙы тәнҡитләмәҫкә ты­рышығыҙ, үҙегеҙҙең хаталарығыҙға иғтибар итегеҙ. Аҙнаның икенсе яртыһы ижад өсөн ҡулай.

 

БУҒА

Матди йәһәттән хәл бер аҙ көсөргәнешле булмаҡсы. Ҡай­ғырып ултырғансы, нисек итеп аҡса эшләү тураһында уйланығыҙ. Осор ғаилә ҡороу өсөн уңайлы. Алыҫ сәфәрҙе кисектереп тороу хәйерле.

 

ИГЕҘӘКТӘР

Яҡындарығыҙ менән мөнәсә­бәттәрегеҙ яҡшырыр. Игеҙәктәр ҙур ғына бүләккә лә өмөт итә ала. Ғөмүмән, аҙна сағыу ваҡи­ғаларға бай булыр. Бер генә кәңәш – һаулығығыҙҙы хәстәрләгеҙ.

 

ҠЫҪАЛА

Әлегә тиклем хәл итә алмаҫ­тай тойолған мәсьәләләр үҙе­нән-үҙе яйға һалыныр. Яҡын­дарығыҙ менән аралашыуҙар еңел бирелер. Шул уҡ ваҡытта килешеү төҙөү кеүек мөһим ғәмәлдәрҙе кисектереп тороу хәйерле. Был эште дакабрь башына ҡалдырығыҙ.

 

АРЫҪЛАН

Иғтибар үҙәгендә булырға теләгәйнегеҙме? Рәхим итегеҙ! Тик башығыҙға таж кейә күрмәгеҙ, тиҙ генә күктән ергә төшөрөрҙәр. Яҡын арала тормошоғоҙҙа ҙур үҙгәрештәр көтөлә. Осор юл йөрөү, күсемһеҙ милек һатып алыу өсөн уңышлы.

 

ҠЫҘ

Аҙна ваҡиғаларға бай булыр. 24 ноябрҙә эштә мөһим осор башланыр. Һәр ғәмәлде ты­рыш­лыҡ һалып башҡарығыҙ. Хеҙ­мәтегеҙҙе етәкселек баһаламай ҡалмаҫ, ҡәнәғәт булырһығыҙ.

 

ҮЛСӘҮ

Йондоҙҙар һеҙгә һәр йәһәттән ярҙам итә. Әллә ни күп көс һалмайынса ла мөһим эштәрҙе башҡара алырһығыҙ. Ғаилә мөнәсәбәт­тәрендә лә финанс мәсьәләһендә лә тотороҡлолоҡ күҙәтелер.

 

САЯН

Ғаиләгеҙҙә тыуған аңлашыл­маусанлыҡты яҡындарығыҙ менән тыныс ҡына һөйләшеп хәл итергә тырышығыҙ. Ашығыс ҡа­рарҙан, ғәмәлдәрҙән һаҡланығыҙ. Сәфәр сыҡҡандарға юлда һаҡ булырға кәңәш ителә.

 

УҠСЫ

Беренсе урынға эшегеҙҙе ҡуйырһығыҙ. Шуның арҡаһында шәхси мөнәсәбәттәрҙең бер аҙ киҫкенләшеүе ихтимал. Уның ҡарауы, мул ғына аҡса алырһығыҙ.  Ял көндәрендә туҡланыуға иғтибар итегеҙ.

 

ЫЛАҠ

Был аҙнала һеҙҙе байтаҡ күңелле ваҡиғалар көтә. Ҡыҙыҡ булмаған ауыр эштәрҙе кисектереп, күңелегеҙ ятҡан шөғөл менән булығыҙ. Әйткәндәй, әле торлағығыҙҙы тәртипкә килтереү өсөн ҡулай осор.

 

ҺЫУҒОЯР

Шәхси тормошоғоҙҙа үҙгә­рештәр булмаҡсы. Яңғыҙҙарҙың ғүмерлек юлдашын осратыуы ихтимал. Яңы әйберҙәр һатып алып ҡыуанырһығыҙ. Ғөмүмән, йондоҙҙар һеҙгә был арала үҙегеҙгә аҡса йәлләмәҫкә кәңәш итә.

 

БАЛЫҠ

Был аҙнала эшегеҙ бик күп булыр. Сетерекле хәлдәрҙә өндәшмәй ҡалыу хәйерле. Кәңәш һораһалар, ҡулдан килгәнсә ярҙам итегеҙ, һөҙөмтәлә абруйығыҙ артыр. Йома аҡсалы эш тәҡдим итеүҙәре бар.

ЙОНДОҘНАМӘ
ЙОНДОҘНАМӘ
Автор:Башҡортостан гәзите
Читайте нас: