Фольклор түңәрәгенә йөрөүсе апай-ағайҙар менән тәбиғәткә сығып ял итеп ҡайтыу , әбей-бабаларыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалыу йөҙөнән тәбиғәт ҡосағына миндек йыйырға барҙылар.
Теләктәр теләй-теләй, һынамыштар әйтә-әйтә башта миндеккә ботаҡтар йыйып, араһына ҡушып бәйләрга яландан төрлө-төрлө дарыу үләндәре йыйҙылар. Рәмилә апай миндек бәйләү серҙәренә төшөндөрҙө. Түңәрәккә ултырып, йырлай-йырлай миндек бәйләнеләр, Зәки ағай гармунда өҙҙөрҙө.
Миндектең файҙаһы тураһында һөйләштеләр. Уны нисек ҡулланһаң да була: сабыныр өсөн дә, мунсаға хуш еҫ сыҡһын өсөн дә, үлән һыуынан файҙаланыу өсөн дә. Сама хисен югалтмайынса, белеп ҡулланғанда - тирә-яғыбыҙҙа үҫеүсе һәр үләндә файҙа бар.
Ҡайын миндеге мускулдар, быуындар һыҙлағанда ярҙам итә, яраларҙы тиҙ төҙәтә.
Йүкә миндеге һалҡын тейеүҙән файҙалы.
Артыш һәм аҡ шыршы миндеге тир бүленеп сығыуҙы тиҙләтә, ҡан әйләнешен яҡшырта, грипп, бронхиттан булыша.
Кесерткән миндеге радикулит, подагра, ревматизмды дауалай.
Имән миндеге майлы тиреле кешеләр өсөн файҙалы.
Тыуған яҡтың шифалы үләндәре тураһында йомаҡтар ҡойоп, “Ҡайын тураһында ниндәй йырҙар беләһегеҙ?” тигән уйын уйнап, мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрөп алдылар .
Сәскәләргә күмелеп ултырған болондан һары һәм зәңгәр мәтрүшкә, һуҡыр кесерткән, ер еләге һәм башҡа дарыу үләнәре йыйып, бәйләгән миндектәрен елкәгә һалып, күтәренке рух менән ҡайтыр юлға ҡуҙғалдылар.
Гөлназ Ғәлләмова.