Халҡыбыҙ элек-электән аралашып, бер-береһенә ярҙамлашып йәшәгән. Был айырыуса ауылдарҙа көслө булған һәм эштәрҙе күмәкләшеп башҡарыу төрлө өмәләр үткәреүҙә сағылған. Улар, матур йолаға әйләнеп, бөгөнгә ҡәҙәр килеп еткән. Һуңғы ваҡыттарҙа уларҙың яңыртылыуы, онотолмауы бик ҡыуаныслы.
Балтас районы Түбән Һикеяҙ ауылында йәшәүсе Гөлфизә һәм Рәшит Сәмиғуллиндар ғаиләһендә ауыл мәҙәниәт йортона ансамблгә йөрөүсе апайҙар һәм ағайҙар менән “Ҡаҙ ҡанаты һыҙырыу” йолаһы үтте. Йырлай-йырлай ҡанат һыҙырҙы улар, йәш саҡтарын иҫкә төшөрөп, күңелле байрам итте.
Гөлназ Ғәлләмова.