Шул уҡ ваҡытта эшләмәгән пенсионерҙарҙың уртаса пенсияһы 23129 һумға тиң булһа, эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙыҡы – 21570 һум.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Социаль фонд мәғлүмәттәре буйынса, республикала 1,127 миллиондан ашыу пенсионер йәшәй. Шуларҙың 262-һе – 100 йәште уҙған, 17 меңе – 90 йәштән 100 йәшкә тиклемгеләр һәм 90 меңдән ашыуы – 80 йәштән 90 йәшкә тиклемгеләр.
80 йәшкә еткәс страховка пенсияһына түләү ике тапҡырға арта һәм 17815 һум тәшкил итә.