Рәсәй халҡы бер нисә көн элек WhatsApp менән Telegram аша һөйләшеүҙәр сифаты насарайҙы тип яҙа башлағайны. Бөгөн бының рәсми сәбәбе билдәле булды.
“Роскомнадзор” WhatsApp менән Telegram-да шылтыратыуҙарҙың өлөшләтә сикләнеүе тураһында хәбәр итә. Бындай саралар енәйәтселәргә ҡаршы тороу өсөн хоҡуҡ һаҡлау органдары материалдарына ярашлы ҡабул ителә.
"Хоҡуҡ һаҡлау органдары мәғлүмәттәре һәм граждандарҙың күп һанлы мөрәжәғәттәре буйынса, сит ил мессенджерҙары Telegram һәм WhatsApp* Рәсәй граждандарын алдау һәм аҡса талап итеү, диверсия һәм террористик эшмәкәрлеккә йәлеп итеү өсөн ҡулланылған төп тауыш сервистары булып тора. Мессенджер хужаларына ҡаршы тороу сараларын ҡабул итеү буйынса бер нисә тапҡыр йүнәлтелгән талаптар иғтибарһыҙ ҡалдырыла.
Енәйәтселәргә ҡаршы тороу өсөн хоҡуҡ һаҡлау органдары материалдарына ярашлы сит ил мессенджерҙарында шылтыратыуҙарҙы өлөшләтә сикләү буйынса саралар күрелә. Уларҙың функционалына башҡа бер ниндәй ҙә сикләүҙәр индерелмәй.
Енәйәтселәрҙең шылтыратыуҙары менән көрәш эҙмә-эҙлекле алып барыла. 2024 йылдан “Антифрод” системаһы эшләй, ул Рәсәй элемтә операторҙарының традицион телефон селтәрҙәрендә номерҙы алмаштырып иткән шылтыратыуҙарҙы блокировкалауҙы тәьмин итә. Һөҙөмтәлә бындай шылтыратыуҙар барыһы ла тиерлек Рәсәй ҡулланыусыларының һәм йәмғиәтенең хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙән баш тартҡан сит ил мессенджерҙарына күсә”, — тиелә рәсми хәбәрҙә.
Шулай уҡ, әгәр етешһеҙлектәр бөтөрөлһә һәм Рәсәй ҡануниәте талаптары үтәлһә, шылтыратыуҙары кире ҡайтарылыу ихтималлығы бар.
* Рәсәйҙә экстремистик тип танылған һәм тыйылған Meta-ға ҡарай.