Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Август , 16:15

Автомобиль хужаларын ниндәй яңы үҙгәрештәр көтә?...

Водителдәрҙең  документтар әҙерләүгә сығымдары артасаҡ

Автомобиль хужаларын ниндәй яңы үҙгәрештәр көтә?...
Автомобиль хужаларын ниндәй яңы үҙгәрештәр көтә?...

Рәсәйҙә 1 сентябрҙән автомобиль хужалары өсөн яңы ҡағиҙәләр эш башлаясаҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путин документттарға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә матбуғат баҫмалары.

Автомобиль хужаларының документтар әҙерләүгә сығымдары артасаҡ.Транспорт сараһы паспортын алыу элекке 800 һум урынына 1200 һум тәшкил итәсәк. ПТС документына үҙгәреш индереү элекке 350 һум урынына 525 һум буласаҡ. Транспорт сараһын теркәү тураһындағы ҡағыҙ рәүешендәге  танытма 1500 һумға тиклем ҡиммәтләнә, ә заманса пластик варианты 4500 һум торасаҡ.

Водитель танытмалары хаҡы шулай уҡ ҡиммәтләнә. Пластик нигеҙҙәгеһе – 4000 һум, ә яңы быуын документтары  – 6000 һум. Халыҡ-ара водитель танытмаһы 1600 һумдан 3200 һумға тиклем артасаҡ. Хәүефле йөк ташыуға рөхсәт алыуға танытманы рәсмиләштереү өсөн  1500 һум урынына 2250 һум түләргә тура киләсәк.

Фото:БашДТП сайты.

Автор:Дина Арсланова

Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: