Йәнтөйәк
-3 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Июль , 09:10

БР Башлығы марийҙарҙың изге болононда булды

Мишкә районына эш сәфәрендә Радий Хәбировты "Шукын кумалтыш" тигән биләмәгә алып барғандар. Был урын халыҡтың рухи тормошонда бер үҙәк булып тора икән.

БР Башлығы марийҙарҙың изге болононда булды
БР Башлығы марийҙарҙың изге болононда булды

2016 йылда Мари тарихи-мәҙәни үҙәге йәмәғәтселәр менән берлектә доға ҡылыу урыны яһаған - ерҙе үлсәп, кәртәләп алғандар, аҡһаҡалдар уны тәртиптә тотоуҙы контролләй. Майҙанда мари халҡы өсөн изге иҫәпләнгән онапу ағасы үҫеп ултыра.

Радий Хәбиров йолаларҙы тотоуҙың әһәмиәтле икәнен белдерҙе.

- Теле, мәҙәниәте, йолалары, дине булған халыҡ - кешелек байлыҡтарының береһе, - тине БР Башлығы.

Фото: БР Башлығы сайтынан (О.Яровиков).

Автор:Алһыу Ишемғолова

Йәшлек

Автор:
Читайте нас: