III “Китап байрамы” халыҡ-ара йәрминкәһенә күренекле шәхестәр ҡатнашлығындағы бай эшлекле программа әҙерләнгән. Ҡунаҡтар араһында – РФ Яҙыусылар союзы рәйесе һәм беренсе секретары Владимир Мединский, РФ Китап союзы президенты Сергей Степашин, РФ Дәүләт китапханаһының генераль директоры Вадим Дуда һәм башҡалар.
Быйылғы сарала төп иғтибар документаль прозаға һәм нон-фикшен (ысынбарлыҡтағы факттарға нигеҙләнгән, тарихи ваҡиғалар тураһындағы әҫәрҙәр) жанрына бирелә.
Глобаль үҙгәрештәр һәм ҡатмарлы ваҡиғалар заманында йәшәгәндә, бындай китаптар айырым әһәмиәткә эйә. Улар донъяны һәм үҙеңде аңларға ярҙам итә. Әҙәби йәрминкәлә ошо жанрҙа яҙылған баҫмалар күп була: хәҙерге замандағы ҡаршылыҡтарҙы, социаль һәм сәйәси үҙгәрештәрҙе тасуирлағаны, яуаптар эҙләгәне лә, шәхси тарихтарҙы бәйән иткәндәре лә. Китап байрамын ҡарарға килеүселәр яңы баҫмаларҙы күреү, нон-фикшен жанрында яҙған билдәле әҙиптәрҙең әҫәрҙәре менән таныштырыу сараларында булыу мөмкинлегенә эйә.
Әйтәйек, шуларҙың береһе – Донецкиҙан шағирә Анна Ревякина. Уның ижады тәрән психологизм меннә айырыла. Автор яҙмыштар, ҡалалар, осорҙар һәм ваҡиғалар тураһында уйланыуҙары менән уртаҡлашыр.
Сергей Нихаенко – шағир, музыкант һәм МХО яугире. Уның сығышы иң ауыр ваҡыттарҙа ла ижадтың, һүҙҙең көсө ныҡ икәненә ышанғандарҙы илһамландырыр.
Олег Рой менән күрешеү ҙә ҡыҙыҡлы булыр. Уның публицистикаһы, эсселары йәмғиәттәге бөгөнгө үҙгәрештәрҙе нығыраҡ аңларға ярҙам итә.
Был авторҙар менән осрашыу йәрминкәнең беренсе көнөндә үк, 30 майҙа, ойошторола.
Эксперт фекере
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Мемуары уфимского школьника” китабы авторы Шамил ВӘЛИЕВ:
– Драматик үҙгәрештәр һәм глобаль билдәһеҙлек осоронда йәшәйбеҙ. Был темаға әҙәби фекерләү, уға һалҡын ҡараш менән күҙ һалыу өмөт биргән күҙаллауҙар кеүек үк мөһим. Заманға бәйле шаһитлыҡ, ваҡиғаларға объектив ҡараш, дөрөҫлөккә нигеҙләнгән проза – ул коллектив зиһен өсөн таяныс, үҙгәреп торған хәлдәр шарттарында донъяға үҙ ҡарашыңды, фекереңде булдырыу.
Бөгөн һәр кешегә һәр иртә һайын үҙ тормошон алға ҡарап планлаштырырға, ә бының өсөн һалҡын аң менән эш итергә кәрәк. Шуға ла булып ятҡан ваҡиғаларға ситтән тороп күҙ һалған яҙмалар, ваҡыты-ваҡыты менән илебеҙҙе, планетаны ҡаплап алған ҡатмарлы ваҡыттарҙы йырып сығыу тәжрибәһе бик мөһим. Нон-фикшен зиһен аныҡлығын һаҡларға ярҙам итә һәм “бындай хәл булған инде”, “был да үтер” тип иҫкәртә.
Фото: Китап байрамының ойоштороусыларынан.
Автор:Равиля Гатауллина