Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Май , 08:59

Икенсе оҙайлы ялдарҙа һауа торошо ниндәй булыр?

Дөйөм алғанда, 1-10 майҙа Башҡортостанда һауа температураһының норманан 2 градусҡа юғарыраҡ булыуы көтөлә, тип билдәләй метеорологтар.

Икенсе оҙайлы ялдарҙа һауа торошо ниндәй булыр?
Икенсе оҙайлы ялдарҙа һауа торошо ниндәй булыр?

Һауа торошо Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡапыл үҙгәрештәр менән хайран ҡалдыра. Май байрамдарының икенсе яртыһынан нимә көтөргә? Синоптиктар яуап бирҙе.

Гисметео порталы мәғлүмәттәре буйынса, был аҙна башында көндөҙ термометр бағанаһы +20,+25 күрһәтәсәк, ләкин ял көндәренә яҡын Башҡортостанда яйлап +17,+18-гә тиклем һыуыта.

Шулай, кесаҙна, 8 майҙа, Башҡортостанда аяҙлы-болотло буласаҡ, яуым-төшөм көтөлмәй, һауа температураһы көндөҙ +20, төндә +11 градус тәшкил итәсәк.

Еңеү көнөндә, 9 майҙа, йәнә яуым-төшөмһөҙ. Көндөҙ термометр бағанаһы +17, төндә +10 градус күрһәтәсәк.

Шәмбе, 10 майҙа, көндөҙгө сәғәттәрҙә республика буйынса һауа +18, төндә +11 градусҡаса йылына.

Йәкшәмбе, 11 майҙа, Башҡортостан биләмәһендә көндөҙ йәнә +18, төндә +9 градус була. Был көндө яуым-төшөм ихтималлығы арта.

Дөйөм алғанда, 1-10 майҙа Башҡортостанда һауа температураһының норманан 2 градусҡа юғарыраҡ булыуы көтөлә, тип билдәләй метеорологтар.

Майҙың икенсе яртыһы ниндәй буласаҡ? "Фобос" үҙәге хәбәр итеүенсә, май уртаһы бик йылы булырға вәғәҙә итә. Ә иң ҙур температура аномалияһы май аҙағында һәм июнь башында көтөлә – күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән 5 градусҡа тиерлек юғарыраҡ.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас: