Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Октябрь , 12:10

Президенттан яҡшы хәбәр!

Киләһе йылда "бюджетник"тарға эш хаҡы түләүҙең ғәҙел системаһы барлыҡҡа килә.  

Президенттан яҡшы хәбәр!
Президенттан яҡшы хәбәр!

Тәүҙә уны яҡшылап һынап ҡараясаҡтар. Илебеҙҙең бер нисә төбәгендә пилот проект рәүешендә эшләйәсәк.

Ил башлығы Владимир Путин "Милли һаулыҡ һаҡлау" конгресында сығыш яһағанда шул турала һөйләне. Яңы йылдан бер нисә төбәктә яңыса түләү башлана ла, ул һөҙөмтәле булған осраҡта, 2027 йылдан бөтә ил буйынса "бюджетник"тарға эш хаҡы түләү системаһы үҙгәрәсәк.

Ғәҙел түләү, тиҙәр. Ул нисегерәк ғәҙел булыр икән? Аныҡлабыраҡ әйтмәне лә.

Әлбиттә, йәшәргә етерлек булһа, ғәҙел, тип атарҙар.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Автор:
Читайте нас: