Йәнтөйәк
-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Август , 16:35

Бесән әҙерләрлек һауа торошо булырмы?

Синоптиктар хәбәр итеүенсә...    

Бесән әҙерләрлек һауа торошо булырмы?
Бесән әҙерләрлек һауа торошо булырмы?

Республика халҡы өсөн быйыл йәй ҡойма ямғырҙар, дауылдар, ташҡындар менән иҫтә ҡаласаҡ. Исмаһам йәй аҙағы беҙҙе ҡояшлы көндәре менән ҡыуандырырмы икән? “Башгидрометүҙәк” синоптиктары түбәндәгесә фаразлай:

22 августа төндә лә, көндөҙ ҙә йәшенләп ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал. Һауа температураһы төндә +8, +13, көндөҙ +15, +20 градус булыуы көтөлә. Шулай уҡ көндөҙ урыны менән көслө ел була.

23 августа урыны менән ямғыр яуасаҡ. Һауа температураһы төндә +7, +12, көндөҙ +18, +23 градусҡаса эҫе буласаҡ.

24 августа төндә +10, көндөҙ +19 градус була. Көн аяҙ буласаҡ, тип хәбәр итә синоптиктар.

Ә бына 26 августан, ниһайәт, ямғырҙар туҡтаясаҡ, көндәр йылынасаҡ. Көндөҙ +24, +26 градусҡаса эҫе булыр тип көтөлә. Ошо ваҡытта халыҡҡа бесән эшләргә, йәшелсәләрҙе ҡаҙып алырға мөмкинлек буласаҡ.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Автор:
Читайте нас: