Йәнтөйәк
-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Август , 09:19

Яңы уҡыу йылында мәктәптәрҙә телефон ҡулланыу тыйыла

Мәғариф тураһындағы республика законына тейешле үҙгәрештәр индерелде.

Яңы уҡыу йылында мәктәптәрҙә телефон ҡулланыу тыйыла
Яңы уҡыу йылында мәктәптәрҙә телефон ҡулланыу тыйыла

– Дәрестәр ваҡытында кеҫә телефондарын ҡулланыу тыйылды, – тине Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев. – Шуны билдәләп үтәм: беҙ ҡәтғи тыйыуҙар ҡуйылған илдәр юлын һайламаныҡ. Ҡытайҙа, мәҫәлән, юғары уҡыу йорттарында ла телефондар тыйылған. Англияла кеҫә телефондарын дәрестәрҙә ҡулланырға ғына түгел, хатта мәктәпкә лә алып килергә ярамай. Беҙ балаларҙың именлеге өсөн бәйләнештә ҡалыу мөһим тип иҫәпләйбеҙ. Ата-әсәләр баланың мәктәпкә барып еткәнен, уның менән барыһы ла яҡшымы-юҡмы икәнен белергә теләй. Баланың да кәрәк ваҡытта шылтыратыу мөмкинлеге булырға тейеш. Бынан тыш, медицина күрһәтмәләре лә бар. Мәҫәлән, глюкозаны өҙлөкһөҙ күҙәтеү системаһы смартфон менән бәйләнгән осраҡтар юҡ түгел. Был беренсе типтағы шәкәр диабеты менән ауырыған балалар өсөн мөһим. Тап ошондай осраҡтар өсөн  иҫкәрмәләр бар.

Закон проектына ярашлы, “башланғыс дөйөм, төп дөйөм һәм урта дөйөм белем биреү программаларын үҙләштереү өсөн уҡыу дәрестәре үткәндә күсмә радиотелефон элемтәһе сараларын файҙаланмаҫҡа тейеш. Был уҡыусыларҙың, белем биреү эшмәкәрлеген алып барған ойошма хеҙмәткәрҙәренең ғүмеренә йәки һаулығына хәүеф янаған осраҡтарға, башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәргә ҡағылмай” тиелә.

– Дәрестәрҙә смартфондарҙы контролһеҙ ҡулланыу – ысынлап та бик киҫкен проблема, – тине Константин Толкачев. – Телефондар, уҡытыусы белем биреү процесында ҡулланған осрағынан тыш, бөтәһенә лә ҡамасаулай. Дәрестә балалар социаль селтәрҙәр өсөн контент төшөрөргә түгел, ә уҡырға тейеш. Ҡайһы берҙә уҡытыусылар дәрестәр ваҡытында телефондарҙы йыйырға мәжбүр булды, был үҙ сиратында конфликттарға килтерҙе. Закон мәктәптәргә сикләүҙәр индереү өсөн хоҡуҡи нигеҙҙәр биргән.

Автор фотоһы.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Автор:
Читайте нас: