Әлеге әсетмә һәйбәт уңыш алырға ярҙам итәсәк. Уны әҙерләү өсөн бер биҙрә һыуға өс телем ҡара икмәк һалығыҙ ҙа, өҫтөн яҡшылап ҡаплап ҡуйығыҙ. Был әсетмәне бер аҙна йылы урында тотҡас, был витаминлы һыуҙы ҡыяр тамырҙарына һибегеҙ. Ҡыяр сәскә ата башлағас, аҙнаһына 1 тапҡыр һибергә ҡушыла..
Ҡыяр япраҡтары һарғайһа, калий етмәй тигән һүҙ. Был осраҡта көл төнәтмәһен ҡулланырға кәрәк. Бер литр һыуға ике аш ҡалағы көл һалып, ике тәүлек төнәтмәһең. Унан ҡыяр өҫтөнә һибергә.