Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Май , 10:18

Республикала 15 майҙа эш көнөн бер сәғәткә ҡыҫҡартырға тәҡдим итәләр

15 майҙа, Халыҡ-ара ғаилә көнөндә, Башҡортостанда иғлан ителгән Ғаилә аҙналығы барышында «Бәхетле сәғәт» акцияһы ойошторола.

Республикала 15 майҙа эш көнөн бер сәғәткә ҡыҫҡартырға тәҡдим итәләр
Республикала 15 майҙа эш көнөн бер сәғәткә ҡыҫҡартырға тәҡдим итәләр

Ул эш биреүселәрҙе ғаиләле хеҙмәткәрҙәр өсөн эш көнөн бер сәғәткә ҡыҫҡартырға саҡыра. Республиканың социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы комиссияһы координаторҙары шундай тәҡдим менән сығыш яһаны, тип хәбәр итә Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Акция ғаиләне яҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен популярлаштырыуға, традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға, республика ғаиләләре өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға булышлыҡ итер тип күҙ уңында тотола. Тематик аҙналыҡта Башҡортостанда республика ғаиләләре өсөн тематик саралар ойошторола.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда Бөтә Рәсәй Ғаилә йылының ниндәй буласағы тураһында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-05-13/v-bashkirii-predlagayut-sokratit-na-odin-chas-rabochiy-den-15-maya-3763104

Республикала 15 майҙа эш көнөн бер сәғәткә ҡыҫҡартырға тәҡдим итәләр
Республикала 15 майҙа эш көнөн бер сәғәткә ҡыҫҡартырға тәҡдим итәләр
Автор:
Читайте нас: