Бөгөн, 28 мартта, ҡар ҡатыш ямғыр яуа. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар йәбешеүе, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ булыуы фаразлана. Ел көньяҡ-көнсығыштан төньяҡ-көнбайышҡа күсеүсән талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ -2,+3 градус.
Иртәгә, 29 мартта, төндә республика буйынса, көндөҙ урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы фаразлана. Ел төньяҡтан талғын, ҡайһы бер райондарҙа көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -3, -8, көндөҙ -3,+2 градус.