Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Март , 10:22

Яҙғы кейемдәрегеҙҙе сығарығыҙ!

Көндәр йылыта башлай. Ҡасан?

Яҙғы кейемдәрегеҙҙе сығарығыҙ!
Яҙғы кейемдәрегеҙҙе сығарығыҙ!

Республикала һауа торошо ярайһы уҡ йылына башлаясаҡ. Ошо турала синоптиктар хәбәр итә.

14 мартта бер аҙ ҡар яуыуы ихтимал. Һауа температураһы төндә -6, -11, ә көндөҙ +1, -4  градус булыуы көтөлә.

15 мартта яуым-төшөм көтөлмәй. Төндә -5, -10, көндөҙ +2 градусҡаса йылытасаҡ.

Шәмбелә +2, йәкшәмбелә +4 градусҡа тиклем йылы булыуы күҙаллана. Төндә иһә һаман да -9, -11 градус һалҡын булыуы көтөлә.

Тимәк, ҡышты оҙатырға әҙерләнә башлаһаҡ та була!

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Автор:
Читайте нас: