Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Ғинуар , 16:02

Иғтибар! Путиндың яңы указы сыҡты

Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Иғтибар! Путиндың яңы указы сыҡты
Иғтибар! Путиндың яңы указы сыҡты

Указға ярашлы, өс һәм унан да күберәк балалы ғаиләләргә ярҙам күрһәтеләсәк.

Рәсәй ҡануниәте буйынса түбәндәгеләр гарантиялана:

- бала тыуыуға һәм тәрбиәләүгә дәүләт пособиелары түләү;

- хеҙмәт килешеүҙәре өлкәһендә ярҙам итеү;

- өс һәм унан да күберәк бала тапҡан һәм тәрбиәләгән ҡатындарға ваҡытынан алда ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһы тәғәйенләү;

- күп балалы ата-әсәләрҙе һөнәри уҡытыу һәм өҫтәмә белем биреүгә булышлыҡ итеү;

- музейҙарға, ял парктарына, күргәҙмәләргә бушлай һәм илдең теге йәки был субъектындағы ҡағиҙәләргә ярашлы шарттарҙа инеү хоҡуғы (торған урынға ҡарамай).

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Автор:
Читайте нас: