Йәнтөйәк
-13 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Октябрь 2023, 15:57

Башҡортостан ҡунаҡтар көтә

10 октябрҙә Өфөгә Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин килә.

Башҡортостан ҡунаҡтар көтә
Башҡортостан ҡунаҡтар көтә

 Был хаҡта республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмә барышында БР Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

Иртәгә шулай уҡ республиканың баш ҡалаһына Беларусь республикаһы Премьер-министры Роман Головченконың килеүе көтөлә, тип билдәләне ул.

"Иртәгә «Амкадор»ҙы асабыҙ һәм республикабыҙҙа тағы ла бер ҙур машиналар эшләү предприятиеһына старт бирербеҙ, тип уйлайбыҙ», - тине Хәбиров.

Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы иртәгә төбәккә Абхазия президенты Аслан Бжанияның килеүен әйтте. Ул Республика көнөнә арналған сараларҙа ҡатнаша.

 

Фото: vmo24.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Башҡортостан ҡунаҡтар көтә
Башҡортостан ҡунаҡтар көтә
Автор:
Читайте нас