Йәнтөйәк
-9 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Сентябрь 2023, 12:29

Октябрь ниндәй буласаҡ?

Әбейҙәр сыуағы дауам итә. Әммә ул, тәмле нәмә күп булмай, тигәндәй, ана бөтәм, бына бөтәм, тип тора. Иртәме-һуңмы, көҙгө быҫҡаҡ ямғырҙар ҙа килер. Синоптиктар октябрҙе фаразлай.

Белгестәр әйтеүенсә, 4 октябрҙән ҡапыл һыуыта. Көндөҙ +5, +6 градус тирәһе булһа, төндә +2, +3-тән дә артмаясаҡ.

Шулай ҙа көҙҙөң был айында ҡаты һыуыҡтар көтөлмәй. Октябрҙең 13 – 15-тәрендә ҡырауҙар йышайыуы ихтимал. Ямғыр тураһында һүҙ юҡ әлегә.

Ә тәүге ҡар 20 октябрҙән һуң яуасаҡ. Һуңынан тағы бер аҙ йылыта, әлбиттә, ҡар ҙа иреп бөтәсәк.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2023-09-20/oktyabr-nind-y-bulasa-3446058
Автор:
Читайте нас