

Әлеге системаны уҡыу йорттары биләмәһендә хәүефһеҙ мөхит булдырыу маҡсатында БР Башлығы ҡушыуы буйынса эшләгәндәр. Республиканың фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажин белдереүенсә, яңы система йыл дауамында һыналған. Видеокүҙәтеү комплексы тәүлек әйләнәһенә эшләй һәм мәктәпкә килеүсе потенциаль хәүефле кешеләрҙе асыҡлай. Мәҫәлән, ҡорал менән инеүсене шунда уҡ билдәләй. Мәғлүмәт тиҙ арала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ебәрелә. Бындай ҡорамал яңы уҡыу йылынан тағы бер нисә мәктәптә урынлаштырыласаҡ.
Радий Хәбиров системаның мөһимлеген билдәләне һәм уны тәү сиратта ҙур ҡалаларҙа ҡуйыу кәрәклеген әйтте. 1 сентябрҙән аҡыллы видеокүҙәтеү камералары этаплап байтаҡ мәктәптә урынлаштырыла башлай.
Фото: БР Башлығы сайтынан.
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2023-07-07/1-sentyabr-n-bash-ortostan-m-kt-pt-ren-ya-yly-inderel-s-k-3332193