Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Яңылыҡтар
9 Июнь 2023, 06:51

Атаһының күҙ алдында улын акула талаған

Мысырҙың Хургада курортында - ғәҙәттән тыш хәл һәм фажиғә: Рәсәйҙән барған 23 йәшлек егетте акула үлтергән. 

Атаһының күҙ алдында улын акула талағанАтаһының күҙ алдында улын акула талаған
Атаһының күҙ алдында улын акула талаған

Барыһы ла бик тиҙ булды, ти һәләк булған егеттең атаһы. Аталы-уллы Хургадаға ике ай элек килгән, ошонда йылы диңгеҙ буйында рәхәтләнеп йәшәргә уйлағандар, фатир алғандар. Тик, үкенескә күрә, хыялдарын йыртҡыс боҙған. Хәүефһеҙ, тип һаналған пляжда Владимирға (Архангел өлкәһенән) акула һөжүм иткән. Йәрәхәттәре үлемесле булған.

Мысыр курорттарында акуланың кешегә ташланыуы тәүге тапҡыр түгел. Әле пляждарҙы ябып торғандар һәм ул йыртҡысты тотҡандар. Тотоу менәнме ни?! 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова

https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2023-06-09/ata-yny-k-aldynda-ulyn-akula-tala-an-3293661

Атаһының күҙ алдында улын акула талаған
Атаһының күҙ алдында улын акула талаған
Автор:
Читайте нас