Был төбәк аграрийҙарына йылына 5 процентҡа тиклем ставка менән тағы 2,4 миллиард һум кредит йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк. Шулай итеп, 2023 йылда Башҡортостанда агросәнәғәт комплексын льготалы кредитлауға бүленгән средстволарҙың дөйөм лимиты 480,6 миллион һум тәшкил итте, дөйөм алғанда, кәметелгән ставка буйынса 9 миллиард һумлыҡ кредит. - Льготалы кредиттар миҙгелле баҫыу эштәрен уҙғарыу өсөн төп аҡса сығанағы булып ҡала, - тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. - Бөгөн федераль аграр ведомство Башҡортостан аграрийҙарынан 6,7 миллиард һумлыҡ кредитҡа 237 ғариза хупланды, заемсыларға 5,2 миллиард һум бирелде. Льготалы инвестиция кредитлауы сиктәрендә Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы предприятиеларына дөйөм суммаһы 3,4 миллиард һумлыҡ 115 ғариза хупланған.