Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Май 2023, 10:10

Пилотһыҙ һауа судноларын (БПЛА) файҙаланыу тураһындағы мөрәжәғәтте ҡайҙа ебәрергә?

Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2023 йылдың 4 майындағы указы менән республика биләмәһендә пилотһыҙ осоу аппараттарын файҙаланыу тыйыла. Был именлекте тәьмин итеү һәм йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙы көсәйтеү өсөн эшләнә.    

Пилотһыҙ һауа судноларын (БПЛА) файҙаланыу тураһындағы мөрәжәғәтте ҡайҙа ебәрергә?
Пилотһыҙ һауа судноларын (БПЛА) файҙаланыу тураһындағы мөрәжәғәтте ҡайҙа ебәрергә?

Сикләү дәүләт власы органдарының, муниципалитеттарҙың һәм уларҙың ҡарамағындағы ойошмаларҙың, шулай уҡ пилотһыҙ аппараттарҙы дәүләт ихтыяжында файҙаланыусы башҡа ойошмаларҙың ошондай аппараттарына ҡағылмай. Тулыраҡ мәғлүмәт һылтанма буйынса: https://vk.cc/co1aV3.

Был сара база әҙерлеге режимы тамамланғансыға тиклем билдәләнгән. База әҙерлеге режимы нимәне аңлата - ошо хаҡта мәғлүмәт һылтанма буйынса. Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2022 йылдың 19 октябрендәге «Башҡортостан Республикаһының оператив штабы тураһында»ғы 765-се указы: https://vk.cc/co1b5U. РФ Президентының 2022 йылдың 10 октябрендәге 757-се указы: https://vk.cc/chG1o9.

✔ Халыҡтың һәм ойошмаларҙың Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә пилотһыҙ осоу аппараттарын ҡулланыуға рөхсәт алыу тураһындағы мөрәжәғәтен ҡарау тәртибе түбәндәгесә:

  Мөрәжәғәтте Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте аппаратына ебәрергә кәрәк.

  Мөрәжәғәттә түбәндәге мәғлүмәттәрҙе күрһәтергә: компанияның ОГРН һәм ИНН һандарын, иҡтисади эшмәкәрлек төрөн (әгәр ғариза ойошма тарафынан бирелһә), пилотһыҙ осоу аппаратын файҙаланыу маҡсатын, аппарат осасаҡ биләмәне, уның маршрутын, ҡулланыу ваҡытын, аппаратты дәүләт иҫәбенә ҡуйыу, дәүләт власының, урындағы үҙидара органдарының рөхсәт ҡағыҙҙары (әгәр кәрәк булһа) тураһындағы мәғлүмәтте, эш башҡарыу өсөн төҙөлгән килешеүҙәрҙең реквизиттарын, шулай уҡ пилотһыҙ осоу аппараттарын ҡулланыу өсөн яуаплы кешене һәм уның бәйләнеш телефонын.

  Документҡа мөрәжәғәт итеүсе ҡул ҡуйырға һәм мисәт (булһа) һуғырға тейеш. Уға килешеүҙәрҙең, кәрәкле рөхсәттәрҙең күсермәләрен беркетергә кәрәк.

Мөрәжәғәтте Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте аппаратына ебәреүҙең бер нисә ысулы бар:
1 - электрон төрҙә күрһәтелгән сайт аша: http://letters.bashkortostan.ru
2 - почта аша: 450101, Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46, Республика йорто.
3 - түбәндәге адрес буйынса шәхсән барып: 450101, Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46, Республика Хөкүмәте, бинаның эргә яғынан инергә, хатты «граждандарҙың мөрәжәғәттәре өсөн йәшник"тә ҡалдырырға кәрәк.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2023-05-12/pilot-y-aua-sudnolaryn-bpla-fay-alanyu-tura-ynda-y-m-r-zh-tte-ay-a-eb-rerg-3256397
Пилотһыҙ һауа судноларын (БПЛА) файҙаланыу тураһындағы мөрәжәғәтте ҡайҙа ебәрергә?
Пилотһыҙ һауа судноларын (БПЛА) файҙаланыу тураһындағы мөрәжәғәтте ҡайҙа ебәрергә?
Автор:
Читайте нас: