Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Март 2023, 14:23

СВО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына газ сертификаттары биреләсәк

БСТ-ла газ үткәреү программалары тураһында һөйләнеләр.    

СВО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына газ сертификаттары биреләсәк
СВО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына газ сертификаттары биреләсәк

Башҡортостанда газ үткәреү мәсьәләләре буйынса БСТ-ла үткән брифинг барышында Башҡортостан Республикаһы халҡының ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Ольга Кабанова торлаҡ йортҡа газ үткәреүгә сертификат алыу хоҡуғына эйә булған граждандар категорияларын һанап сыҡты.

Ольга Николаевна билдәләүенсә, бындай таныҡлыҡты Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм инвалидтар, хәрби хәрәкәттәр инвалидтары, аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр, инвалидтар, шулай уҡ инвалид балалары булған ғаиләләр алырға хоҡуҡлы. Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса быйылғы йылдан граждандарҙың льготалы категориялары исемлегенә шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары индерелде.

Башҡортостанда күп балалы ғаилә — өс һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән ғаиләләр ҙә бындай сертификатты алырға мөмкин. Иң төп шарт: ғаиләнең йән башына уртаса килеме йәшәү минимумдан түбән булырға тейеш (бөгөнгө көндә ул 12 650 һум тәшкил итә). Ошондай уҡ ҡағиҙә «инвалидтар» һәм «инвалид балалары булған ғаиләләр» категорияларына ла ҡағыла. 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
https://ye102.ru/news/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2023-03-01/svo-la-atnashyusylar-a-m-ular-y-ail-a-zalaryna-gaz-sertifikattary-birel-s-k-3161018
СВО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына газ сертификаттары биреләсәк
СВО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына газ сертификаттары биреләсәк
Автор:
Читайте нас: