“Батыр райондаштарыбыҙ менән осраштыҡ. Барығыҙҙан да, хөрмәтле яҡташтар, ҡайнар сәләм еткерҙек. Һәм, әлбиттә, посылкалар, аҙыҡ-түлек, йыһаздар тапшырҙыҡ.
Командировкала минең менән булған, беҙҙең яугирҙарға гуманитар ярҙам йыйыуҙа булышҡан һәр кемгә оло рәхмәттәремде еткерәм.
Ярҙам йыйыу эшен дауам итәбеҙ, килеп тыуған мәсьәләләр буйынса ауыл биләмәләре башлыҡтарына мөрәжәғәт итергә мөмкин”, — тип яҙа Илгиз Әхүәс улы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Фирғәт Нәбиуллин.