Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Ғинуар 2023, 09:09

"Бәхил булығыҙ, хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы..."

Радий Хәбиров: "Ғүмерен республикаға һәм Рәсәйгә хеҙмәт итеүгә бағышлаған башҡорт халҡының бөйөк улы алдында баш эйәбеҙ".

"Бәхил булығыҙ, хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы..."
"Бәхил булығыҙ, хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы..."

Үтә ҡайғылы хәбәр менән уртаҡлашабыҙ: Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов вафат.

Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

"Мортаза Ғөбәйҙулла улы вафат. Беҙ ғүмерен республикаға һәм Рәсәйгә хеҙмәт итеүгә бағышлаған башҡорт халҡының бөйөк улы алдында баш эйәбеҙ. Бәхил булығыҙ, хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы", - тип яҙҙы Радий Фәрит улы.

Республикабыҙ өсөн бик күпте эшләгән ил ағаһының йәне йәннәттә булһын. Уның яҡындарының, туғандарының һәм барлыҡ Башҡортостан халҡының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. 

Фото Р. Хәбировтың сәхифәһенән.

Автор:Карима Усманова
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2023-01-12/b-hil-buly-y-h-rm-tle-mortaza-b-y-ulla-uly-3101637
"Бәхил булығыҙ, хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы..."
"Бәхил булығыҙ, хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы..."
Автор:
Читайте нас: