Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Декабрь 2022, 14:12

Газ үткәреү буйынса программала үҙгәрештәр бар

Рәсәй Хөкүмәте газ үткәреү буйынса социаль программаны киңәйтте һәм срокһыҙ тип билдәләне.  

Газ үткәреү буйынса программала үҙгәрештәр бар
Газ үткәреү буйынса программала үҙгәрештәр бар

Хәҙер мәктәптәр, балалар баҡсалары, поликлиникалар, дауаханалар һәм башҡа медицина ойошмалары газ бүлеү селтәрҙәренә бушлай тоташа ала. 
Программала ҡатнашыуҙың төп шарты үҙ көсөндә ҡала: тоташтырылған биналар газ үткәрелгән тораҡ пунктта урынлашҡан булырға тейеш.
Шәхси йорттар ҙа участкаларына тиклем бушлай газ үткәртә ала. Программа менән 800 мең самаһы рәсәйле файҙаланды ла инде. Ошо хаҡта тулыраҡ түбәндәге һылтанма буйынса.
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарары: vk.cc/cjeArW
#АңлатабыҙБашҡортостан

Автор:Алһыу Ишемғолова
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-12-16/gaz-tk-re-buyynsa-programmala-g-resht-r-bar-3075345
Газ үткәреү буйынса программала үҙгәрештәр бар
Газ үткәреү буйынса программала үҙгәрештәр бар
Автор:
Читайте нас: