Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ноябрь 2022, 16:53

Иртәгә көн боҙола

Был хаҡта Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә.

Иртәгә көн боҙола
Иртәгә көн боҙола

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 23 ноябрҙә көндөҙ һәм 24 ноябрҙә тәүлек дауамында республикала насар метеорологик күренештәр – ҡар, епшек ҡар яуыуы, 24 ноябрҙә төндә айырым райондарҙа көслө ҡар яуыуы, урыны менән боҙлауыҡ, боҙло ямғыр, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, елдең тиҙлеге секундына 18 метрға тиклем көсәйгәндә буран сығыуы, юлдарға ҡар һырынтылары һалыуы көтөлә.

 

Һауа температураһы төндә – 10–15 градус, аяҙытҡанда 18 – 23, көндөҙ – 2–7, республиканың төньяҡ-көнсығышында 12 градусҡа тиклем һалҡынайта. Юлдарҙың айырым участкаларында төндә һәм иртән томан, көндөҙ ҡар яуғанда 500 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-11-22/irt-g-k-n-bo-ola-3041297
Иртәгә көн боҙола
Иртәгә көн боҙола
Автор:
Читайте нас: