Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Ноябрь 2022, 15:08

Батырҙар исеме мәңгеләштерелде

Ваныш ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары, шулай уҡ Афғанстан Республикаһында хәрби бурысын үтәгәндә вафат булған Марат Нуртдинов, Украинала махсус хәрби операция барышында һәләк булған Айнур Латыпов иҫтәлегенә төҙөлгән обелиск асылды.

Батырҙар исеме мәңгеләштерелде
Батырҙар исеме мәңгеләштерелде

Тантаналы сарала район хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев, Ваныш ауыл биләмәһе башлығы Финат Тимерғәлиев, «Хәрби туғанлыҡ» бүлексәһе етәксеһе урынбаҫары Айҙар Ситдиҡов һәм активистар Фәнил Закиров, Марсель Шәйҙуллин, ауыл халҡы, ҡунаҡтар һәм мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Улар тыныс тормош өсөн башын һалған яугирҙарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алды һәм обелискыға сәскәләр һалды.

Гөлназ Ханова.

Борай районы.

Батырҙар исеме мәңгеләштерелде
Батырҙар исеме мәңгеләштерелде
Автор:
Читайте нас: