

Мобилизация сиктәрендә хеҙмәткә саҡырылғанға тиклем аҡса күсереү ысулын рәсмиләштереп өлгөрмәһәләр, ҡатынына йәки яҡын кешеһенә аҡсаны нисек күсерергә?
- Бының өсөн банк ҡушымтаһында туған тейешле кешенең иҫәбенә автоматик рәүештә аҡса күсереүҙе теркәргә мөмкин.
Тиҙ түләүҙәр системаһы 100 мең һумға тиклем аҡсаны комиссияһыҙ күсерергә мөмкинлек бирә.
Хәрби часть урынлашҡан ерҙә смартфондар ҡулланыу тыйылғанға күрә, автоматик рәүештә аҡса күсереүҙе хеҙмәткә киткәнсе рәсмиләштерергә кәрәк.
Тиҙ түләүҙәр системаһы тураһында ентеклерәк - Рәсәй банкыһы сайтында: https://vk.cc/ch5pFe
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
https://bashkizi.ru/news/explain_bash/2022-10-04/a-sany-nisek-k-sererg-2975587