Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Сентябрь 2022, 11:48

Елизавета II вафат

Кисәнән был хәбәр - донъя таблоидтарында төп яңылыҡ. Иң оҙаҡ хакимлыҡ иткән Британия монархын ун көндән һуң генә ерләйәсәктәр. Асыҡланыуынса...

Елизавета II вафат
Елизавета II вафат

Королева кисә төштән һуң Шотландиялағы Балморал замогында 96 йәшендә донъя ҡуйҙы, тип хәбәр иткән Букингем һарайы. Мәғлүм булыуынса, 8 сентябрҙә иртән, һаулығы хөртәйеп китеү сәбәпле, табип уны күҙәтеүгә алған.

Королеваны ун көндән һуң ерләйәсәктәр. Киләһе Британия монархы принц Чарльз буласаҡ.

Ул тормош иптәше принц Филипптан йыл ярымға күберәк йәшәне, ире  2021 йылдың 9 апрелендә донъя ҡуйғайны.

Елизавета II үлеме был ил тарихындағы иң оҙон дәүерҙе тамамлай: хәҙерге Британияның күпселек халҡы башҡа монархтарҙы белмәй ҙә. Королева бөтә билдәле булған монархтарҙан да оҙағыраҡ  идара иткәнлеге һәм 90 йәшкә тиклем йәшәгән беренсе монарх булғанлығы мәғлүм.

Британияның монарх тәхете Елизаветаның улы Чарльзға күскән, ул Карл III исемен алған. Ул бөгөнгө төндө Балморалда үткәргән һәм иртән Лондонға ҡайтҡан.

Бөгөн, 9 сентябрҙә Мәскәү ваҡыты буйынса иртәнге сәғәт 10-да Сент-Джеймс һарайында уны рәсми рәүештә Хөкүмәт ағзалары алдында король тип иғлан итәләр.

Фото: rbk.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-09-09/elizaveta-ii-vafat-2942008
Елизавета II вафат
Елизавета II вафат
Автор:
Читайте нас: