Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Сентябрь 2022, 12:00

Ҡариҙел районында юл ни өсөн ярылған?

"Башкиравтодор" аңлатма бирҙе.

Ҡариҙел районында юл ни өсөн ярылған?
Ҡариҙел районында юл ни өсөн ярылған?

«Башкиравтодор» акционер йәмғиәте Бөрө - Таҙтүбә - Һатҡы юлында барлыҡҡа килгән ярыҡ буйынса аңлатма бирҙе. Бөгөн был ҡурҡыныс ярыҡ төшөрөлгән видеояҙма менән уртаҡлашҡайныҡ.

Баҡһаң, 2020 йылда был юлда 12 метр бейеклектә тупраҡ өйөлгән.
 
"Бындай юл ҡоролмаһы оҙаҡ "ултыра", нығына. 2021 йылда бында асфальт һалынманы, сөнки белгестәр юлдағы ошоноң кеүек емереклектәрҙе йүнәтте. Бынан тыш, юлдың терәүҙәре таш менән нығытылды. Быйыл юл япмаһын, нигеҙен һәм асфальт-бетон ҡатламын һалдылар. Әлеге ваҡытта эшселәр хәүефле биләмәне кәртәләп алды һәм етешһеҙлектәрҙе бөтөрә. Һалынған ер өйөмө нығынып етмәүе арҡаһында асфальт ярылғандыр, тип уйлайбыҙ", - тине «Башкиравтодор» ойошмаһының матбуғат секретаре Марсель Байдәүләтов.
 
Автор:Инсаф Хужабирганов
https://ye102.ru/news/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-09-04/ari-el-rayonynda-yul-ni-s-n-yaryl-an-2935048
Ҡариҙел районында юл ни өсөн ярылған?
Ҡариҙел районында юл ни өсөн ярылған?
Автор:
Читайте нас: