Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Август 2022, 15:30

Күп балалы һәм ғәрип бала тәрбиәләгән ғаиләләргә өҫтәмә ярҙам сараһы

Был турала БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һөйләй.

Күп балалы һәм ғәрип бала тәрбиәләгән ғаиләләргә өҫтәмә ярҙам сараһы
Күп балалы һәм ғәрип бала тәрбиәләгән ғаиләләргә өҫтәмә ярҙам сараһы

«Беҙ күп балалы һәм ғәрип балалар тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн өҫтәмә ярҙам сараһы булдырҙыҡ. Ошо йәйҙән өй һатып алыуға һәм төҙөүгә бирелгән таныҡлыҡты ипотеканы түләү өсөн тотонорға мөмкин. Бер тапҡыр бирелгән түләүҙең мөҙҙәте юҡ. Теләгән ваҡытта файҙаланырға мөмкин.

Шулай уҡ бынан алда күп балалы ғаиләләр бушлай ер участкаһы ғына ала ине. Хәҙер бының урынына 250 мең һум аҡса бирелә башланы. Атап әйткәндә, һуңғы ике йылда 600 ғаилә дөйөм 100 миллион һум күләмендә ярҙам алды. Бының өсөн район йә ҡала хакимиәтенә ғариза тапшырырға ғына кәрәк. Тиҙҙән быны электрон форматта эшләргә мөмкин буласаҡ».

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Күп балалы һәм ғәрип бала тәрбиәләгән ғаиләләргә өҫтәмә ярҙам сараһы
Күп балалы һәм ғәрип бала тәрбиәләгән ғаиләләргә өҫтәмә ярҙам сараһы
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: