Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Июль 2022, 14:30

Бөрө башлығы киткән...

Бөрө ҡалаһы хакимиәте башлығы Николай Баранов ваҡытынан алда отставкаға киткән.

Бөрө башлығы киткән...
Бөрө башлығы киткән...

Хәйер, ул үҙ теләге менән эштән бушатыуҙы һорап яҙған ғаризаһын 30 майҙа уҡ тапшырған булған. Ә ҡала советы депутаттары ҡарарҙы яңыраҡ ҡабул иткән.

Хәҙер мэр вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Виктория Бурдина тәғәйенләнгән. Ул конкурс һөҙөмтәһе буйынса яңы етәксе контракт төҙөгәнсе эшләп торасаҡ. Бурдина ханым бығаса Бөрөнөң төҙөкләндереү буйынса муниципаль идаралығын етәкләгән.

Фото: "Башинформ."

Автор:Алһыу Ишемғолова
Сығанаҡ: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-07-28/b-r-bashly-y-kitk-n-2889168
Бөрө башлығы киткән...
Бөрө башлығы киткән...
Автор:
Читайте нас: