

Бөгөн, урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын, көндөҙ киҫкен. Һауа температураһы төндә - 1-4 градус йылы, урыны менән һауала һәм тупраҡ өҫтөнә ҡырау төшә - 0-5 градус һалҡын, көндөҙ - 11-16 градус йылы.
Шаршамбы, 4 майҙа, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә - 1-6 градус йылы, төньяҡта ҡырау төшә, һауала һәм тупраҡ өҫтөндә - 0-3 градус һалҡын, көндөҙ - 13-18 градус йылы.
Фото: Т. Аманов