Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Декабрь 2021, 09:26

Эш хаҡының иң бәләкәй күләме артасаҡ

Башҡортостанда минималь эш хаҡы күләмен билдәләгәндә Урал коэффициенты иҫәпкә алына (Межгорье ябыҡ административ-территориаль берәмегенән башҡа).

Эш хаҡының иң бәләкәй күләме артасаҡ
Эш хаҡының иң бәләкәй күләме артасаҡ

2022 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда минималь эш хаҡы күләме 15 973,5 һум тәшкил итәсәк. Был хаҡта Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Рәсәй Президенты киләһе йылда минималь эш хаҡы күләмен айына 13,9 мең һумға күтәреү тураһында законға ҡул ҡуйҙы. Был хәҙергеһенән бер мең һумға тиерлек күберәк. Башҡортостанда минималь эш хаҡы күләмен билдәләгәндә Урал коэффициенты иҫәпкә алына (Межгорье ябыҡ административ-территориаль берәмегенән башҡа). Әле был сумма 14,7 мең һум тәшкил итә. Рәсәй Хеҙмәт кодексына ярашлы, эш биреүсе айлыҡ хеҙмәт хаҡын билдәләнгән минималь сумманан түбән кимәлдә түләй алмай.

Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Эш хаҡының иң бәләкәй күләме артасаҡ
Эш хаҡының иң бәләкәй күләме артасаҡ
Автор:
Читайте нас: