Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Октябрь 2021, 15:37

Иғтибар: мөһим мәғлүмәт!

Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты мөрәжәғәт итә.

Иғтибар: мөһим мәғлүмәт!
Иғтибар: мөһим мәғлүмәт!

Коронавирус сигенмәй. Шуға ла етәкселек 30 октябрҙән 7 ноябргәсә өйҙә ҡалыр өсөн эштән азат ителгән көндәр иғлан итте. Быны кеше, ял көндәре, тип, кемеһе ҡайҙа юлланырға әҙерләнә лә башланы.

Халыҡ! Һаҡланығыҙ, бер ҡайҙа ла йөрөмәй тороғоҙ! 

- Был эшләмәгән көндәр кеше туристик сәйәхәткә сыҡһын өсөн түгел, ә ҡурҡыныс вирустан һаҡланһын өсөн булдырылған сара. Беҙ туристик бизнесты бөтә тәҡдимдәрҙе үтәргә һәм сикләүҙәр индерелгән ваҡытта өҫтәмә турҙар ойоштороуҙан тыйылып торорға саҡырабыҙ, - тигән БР Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Эльмира Туҡанова.

Был турала ведомствоның рәсми сайтында яҙылған.

Автор:Алһыу Ишемғолова

Иғтибар: мөһим мәғлүмәт!
Иғтибар: мөһим мәғлүмәт!
Автор:
Читайте нас: