Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Октябрь 2021, 14:48

Ял аҙнаһы тураһында

30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем ил халҡы эшкә йөрөмәйәсәк.

Ял аҙнаһы тураһында
Ял аҙнаһы тураһында

Рәсәйҙә был шәмбелә үк ял аҙнаһы башланасаҡ. 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем ил халҡы эшкә йөрөмәйәсәк. Әммә хеҙмәт хаҡын тулыһынса аласаҡ.

Был ҡарар коронавирус инфекция таралыуға бәйле илдәге эпидемиологик хәлгә бәйле. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 83 меңдән ашыу кеше инфекция йоҡторған. Тәүлектә 668 шундай осраҡ теркәлгән, 36 кеше вафат булған. 

Алдағы аҙнала үҙҙәренең эш урынында ҡотҡарыусылар, табиптар, полицейскийҙар, ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре генә ҡаласаҡ. Өҙлөкһөҙ эш циклы булған предприятиелар һәм транспорт та эшләйәсәк. 

Ирекһеҙҙән бирелгән ял көндәре мәктәптәрҙәге каникул менән дә тура килә. Был ваҡытты ғаилә менән уҙғарыу мөмкинлеген бирә. Һәм тағы ла прививка яһатырға барырға була. Әлбиттә, халыҡ күп йыйылған урындарҙан ситтәрәк тороу яҡшыраҡ булыр.

Рәсәй Президентының был ҡарарына бәйле ниҙәрҙе белеү мөһим? Барыһы хаҡында - социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙәге видеояҙмала.

Фото: goudoddkhsh7.peter.gov.spb.ru

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Ял аҙнаһы тураһында
Ял аҙнаһы тураһында
Автор:
Читайте нас: