Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Август 2021, 16:20

Тынысланырға иртә...

Әле 2513,6 гектар майҙанда дүрт тәбиғәт янғыны дауам итә. Уларҙың төп өлөшө – Белорет районында.

Тынысланырға иртә...
Тынысланырға иртә...

Республикаға идара итеү үҙәге урман янғындарына бәйле уҙғарған сираттағы тура бәйләнештә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Александр Лопухов һәм Рәсәй Эске эштәр миниистрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Виталий Барзайкин ҡатнашты.

Александр Лопухов белдереүенсә, үткән тәүлектә республикала 25 янғын теркәлгән, уларҙа ике кешенең ғүмере өҙөлгән.

Бөгөнгө иртәнге сәғәт 8-гә ҡарата Башҡортостанда 4,5 гектар майҙанда өс тәбиғәт янғыны барлыҡҡа килгән: Йылайырҙа – 3,2, Хәйбуллала – 0,9, Баймаҡта 0,4 гектар.

Үткән тәүлектә 210,9 гектар майҙанда утты һүндереүгә өлгәшкәндәр, шул иҫәптән Белорет районында – 210, Хәйбуллала 0,9 гектар.  

Әле тағы ла 2513,6 гектар майҙанда дүрт тәбиғәт янғыны дауам итә. Уларҙың төп өлөшө – Белорет районында. Мулдаҡай ауылы яғындағы сығанаҡта 1680 гектар майҙан зыян күргән, әле 2,8 гектарҙа ут яныуын дауам итә. Был сығанаҡты һүндереүгә 66 кеше һәм 26 берәмек техника йәлеп итәлгән. Межгорье ҡалаһы эргәһендәге янғын 830 гектар майҙанға таралған, әле уның 1,6 гектарында “ҡыҙыл әтәс” ҡотора. Унда 180 кеше һәм 37 берәмек техника йәлеп ителгән.

Йылайыр районында – 3,2, Баймаҡ районында 0,4 гектар майҙандағы янғын ҡамауға алынған.

Виталий Барзайкин белдереүенсә, Мулдаҡай ауылынан алты саҡрым алыҫлыҡта оператив штаб урынлашҡан, унда палатҡалар ҡуйылған. Хеҙмәткәрҙәр көндәр һыуытыуға бәйле йылы кейем менән дә тәьмин ителгән. Улар иртәнге сәғәт 6-ла тороп ут һүндерергә китә һәм киске сәғәт 10-дарҙа ғына лагерға кире әйләнеп ҡайта. Янғын һүндергән саҡта ашарға квадроциклдарҙа ташыйҙар, сөнки башҡа техника үтә алмай.

 

Фидель Залилов фотоһы.

Тынысланырға иртә...
Тынысланырға иртә...
Автор:
Читайте нас: