Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Июль 2021, 09:29

Республикала көслө ел йорттарҙың һәм мәктәптең ҡыйығын алып осорған

22 июлдә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығына секундына 24 метр тиҙлектә иҫкән елдең ҡыйыҡтарҙы алып осороуы тураһында хәбәр килгән.

Республикала көслө ел йорттарҙың һәм мәктәптең ҡыйығын алып осорған
Республикала көслө ел йорттарҙың һәм мәктәптең ҡыйығын алып осорған

Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Стәрлебаш районы Түбәнге Аллағыуат ауылында 130 квадрат метр майҙанда мәктәптең ҡыйығы емерелгән.

Дәүләкән районында иһә ел өс өйҙөң, Ауырғазы районы Культура һәм Мәҫәле ауылдарында ике йорттоң ҡыйығын алып ташлаған.

Өфөлә ағастарҙың ауыуы тураһында 32 мөрәжәғәт килгән.

Республикала көслө ел йорттарҙың һәм мәктәптең ҡыйығын алып осорған
Республикала көслө ел йорттарҙың һәм мәктәптең ҡыйығын алып осорған
Автор:«Башинформ»
Читайте нас: