Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Июль 2021, 17:09

Башҡортостан Башлығы гранттарын кемдәр алыр?

Конкурсҡа 38 проект тапшырылған, бөгөн шуларҙың 13-ө ҡаралды.

Башҡортостан Башлығы гранттарын кемдәр алыр?
Башҡортостан Башлығы гранттарын кемдәр алыр?
Башҡортостан Башлығы гранттарын кемдәр алыр?
Башҡортостан Башлығы гранттарын кемдәр алыр?

Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды төбәктең Мәғариф һәм фән, Мәҙәниәт министрлыҡтары, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды менән берлектә республикала дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау, үҫтереү буйынса Башҡортостан Башлығы гранттары конкурсына тәҡдим ителгән проекттарҙың исем туйын ойошторҙо.

Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының генераль директоры Люциә Юлыева белдереүенсә, бөтәһе 38 проект тапшырылған, бөгөн шуларҙың 13-ө ҡаралды.

Мәҫәлән, Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсим Мөхәмәтйәнов билдәләүенсә, улар үҙ төбәгендә милләттәштәрҙе туплау, туған телде өйрәтеү йәһәтенән күп эш башҡара. “Гайнинцы: мой народ, мой язык, моя история в золотой книге от предков” тип атала проекттары нигеҙендә улар башҡорт телен һаҡлау бурысын бер нисә этапта башҡарырға уйлай. Тәүгеһе - балаларға эш дәфтәрҙәре ярҙамында факультатив дәрестәр уҙғарыу. Бүтән этаптарҙа ла үҫеш йүнәлештәре асыҡ күрһәтелгән.

Шул иғтибарға лайыҡ, Пермь крайының Ғ. Туҡай исемендәге Барҙа гимназияһында башҡорт телен өйрәнеү буйынса йәкшәмбе мәктәбе эшләй.

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының “Башҡорт теле – башҡорт иле” йәкшәмбе мәҙәни-тарихи мәктәбе лә үҙ проектын тәҡдим итте.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Автор:Илдар Акьюлов
Автор:
Читайте нас: