Флүрә Әғзәм ҡыҙы Бәләкәй Баҙраҡ ауылында өс балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Аталары бик иртә донъя ҡуя, шул сәбәпле, донъя мәшәҡәттәре әсәһе иңдәренә төшә. Ул иртә таңдан ҡараңғы төнгә тиклем колхоз эшендә була. Флүрә апай ҙа бәләкәйҙән эшләп, сынығып үҫә. Уҡырға бик теләге булһа ла, ете класс ҡына белем ала. Кирбес заводына эшкә урынлаша, артабан Ленинград өлкәһендә алты ай торф сығарыуҙа ҡатнаша.
Әбдрәшбаш ауылы егете Ғәйдәнигә кейәүгә сыға. Йәш килен һәр саҡ алдынғылар рәтендә булып ғүмере буйы колхозда эшләй. Йүнсел, абруйлы ҡатын-ҡыҙҙы ауыл Советы депутаты итеп бер нисә тапҡыр һайлайҙар, район Советы депутаты ла була.
Флүрә Әғзәм ҡыҙы 26 йыл ҡәйнә менән бергә дуҫ-татыу йәшәй. Ире Ғәйдәни менән үҙҙәре һымаҡ уңған алты бала тәрбиәләп үҫтерә, тик бер улдары иртә донъя ҡуя.
Флүрә Әғзәм ҡыҙына тормош әсеһен күп татырға тура килһә лә, уның күңеле кешеләргә, балаларға ҡарата һөйөү менән балҡый. Ғүмерен фиҙаҡәр хеҙмәткә бағышлаған Флүрә ағинәй сабырлығы, уңғанлығы, көслө рухлы булыуы менән яҡташтарына өлгө булып тора.
Лира Юрасова.
Борай районы.