Йәнтөйәк
-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Оло йөрәкле Әнисә әбей

Оҙон ғүмерле әбей-бабайҙар — ауылдарыбыҙ ғорурлығы, йәш быуын өсөн аҡыл, батырлыҡ һәм сабырлыҡ өлгөһө. Өлкәндәребеҙҙең ғүмер юлы һикәлтәләрһеҙ, еңел генә үтмәгән. Киреһенсә, улар күргәндәр китапҡа һыймаҫлыҡ.

Оло йөрәкле Әнисә әбей
Оло йөрәкле Әнисә әбей


Бөйөк Ватан һуғышы килтергән ауырлыҡтар, яҡындарын юғалтыу асыһы, аттай егелеп эшләү — быларҙың барыһы ла Таңатар ауылында йәшәүсе 90 йәшлек Әнисә әбей Рамазанованың да башынан үткән һынауҙар. Ул 1933 йылдың майында Ҡариҙел районы Тигермән ауылында тыуа. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға һигеҙ йәш була. Бик иртә етемлек асыһын татый ул: атаһы 1939 йылда — армия хеҙмәтенә, 1941 йылда һуғышҡа алына, һуғыштан ҡайтмай, хәбәрһеҙ юғала. Әсәһе бер үҙе өс бала менән яңғыҙ ҡала. Уларҙы ҡарап үҫтерер өсөн әсә кеше иртәнән төнгә тиклем эшләй. Әнисә елкәһенә туғандары, хужалыҡ мәшәҡәттәре тулыһынса ята. Өҫтәүенә, аслыҡ-яланғаслыҡ, туғаны менән икеһенә бер кейеҙ итек, уны алмашлап кейәләр. Шулай, үҙ көндәрен үҙҙәре күрә. Аҙ ғына булһа ла әсәһенә ярҙам булыр тип, Әнисә лә дүртенсе кластан һуң фермала быҙау ҡарай башлай. Шул уҡ ваҡытта йәйҙәрен колхоз баҫыуында тир түгә, көҙөн — иген елгәреүгә, ә ҡышҡылыҡҡа быуындары ла нығып бөтмәгән ҡыҙҙарҙы фермаға эшкә саҡыралар.


Оҙаҡ йылдар ауыл хужалығында хеҙмәт иткәс, мәктәптә йыйыштырыусы булып та эшләй Әнисә Рамазанова. Хаҡлы ялға сыҡҡансы бер көнө лә эшһеҙ үтмәгән уның.
Таңатар ауылы егете Мәүләүи Мидәт улы менән тормош ҡороп, бергә 25 йыл татыу ғүмер итәләр.

Матур өй һалып инәләр,ете малай үҫтереп оло тормош юлына сығаралар. Улдарының барыһы ла армияла хәрби бурысын үтәгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҙмыштың ҡырыҫ, әсе еле Әнисә әбейҙең дә ҡапҡаһын шаҡый. Ике улы вафат була. “Унда ла яҡшы кешеләр кәрәк булғандыр инде”, — тип күҙ йәштәрен һөртә ул.
Мәүләүи Мидәт улы ла ғүмере буйы ауыл хужалығында: башта тимерлектә, унан уҡып ҡайтып, янғын һүндереү машинаһында эшләй. Ҡәйнә һәм килен 17 йыл әсәле-ҡыҙлы кеүек татыу йәшәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Мәүләүи ағай бик иртә мәрхүм була.
Һуғыш осоро балалары түҙеп йәшәргә өйрәнгән бит. Был ҡайғыларҙы бер аҙ баҫырға балалары, ейәндәре, туғандары ярҙам итә. Уларҙың ҡәҙер-хөрмәтенә, даими иғтибарына төрөнөп, вафат булған улдарын иҫкә алып, доғалар уҡып йәшәй Әнисә әбей. Ауыр эш, ҡайғы-хәсрәт эҙһеҙ үтмәй: һаулығының ҡаҡшауы ла шунан. Ләкин оло йөрәкле инәй әлеге етеш тормошона һөйөнөп бөтә алмай. Көндәрен дә, йоҡоһоҙ төндәрен дә изге доғала үткәрә. Дини йолаларҙы үтәп йәшәүенән күңел тыныслығы, көс-дәрт ала.
Донъя хәлдәре менән дә ҡыҙыҡһына Әнисә әбей, телевизор ҡарай, гәзит уҡый. Ауыл ерендә йәшәгәс, үҙе лә күпләп мал тотҡан, баҡса үҫтергән, колхоз эшенә лә өлгөргән, балаларын да тәрбиәләгән. Йорт эсен үҙе сиккән-бәйләгән ҡул эштәре биҙәһә, баҡсаһы ла мул уңыш менән һөйөндөрә.
— Ауыр саҡтарҙы күп күрҙең, рәхәт тормошта ла йәшәп ҡара, тигәндер инде Хоҙай Тәғәлә, — тип аңлата үҙенең оҙон ғүмерле булыуының серен Әнисә әбей һәм йәштәргә бөгөнгө тормоштоң ҡәҙерен белеп, сабыр булып, зарланмай йәшәргә кәңәш итә.
Әнисә әбей өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ҡорған уҫаҡтарының утын һүндермәй Таңатарҙа ғүмер кисерә. Юҡ, яңғыҙы ғына түгел ул. Улы Йәмил, килене Наташа менән бергә торалар. 11 ейәне, алты бүләһе ҙур ҡыуанысы уның. Үҙе лә бит күпме ауырлыҡтар күреп, һыңар ҡанат менән ғүмер кисерһә лә, һынмаған, һығылмаған.
Балалары ла, ейәндәре лә гел ҡайтып һөйөндөрөп тора инәйҙе. Үҙе лә “һағындым”, тип кенә ултырмай. Үткән йәй Свердловск өлкәһендәге Урай ҡасабаһында айҙан артыҡ улы Илдарҙа ҡунаҡта булып ҡайтҡан. “Көн дә еләккә йөрөнөм, сүгәләп бер сәғәт эсендә ике биҙрә тултыра инем”, — тип һөйләй ул.
Донъя хәлдәренән хәбәрҙар булып, изге доғаларын ҡылып, ауылдаштарына кәңәш-фатихаларын биреп, тыныс ҡына ғүмер йомғағын һүтә Таңатарҙың аҡ күңелле аҡ әбейе.
Лира Юрасова.
Борай районы.

Оло йөрәкле Әнисә әбей
Оло йөрәкле Әнисә әбей
Автор:
Читайте нас: