Оло Шаҙыла тыуып үҫеп, әлеге көндә Мишкә ауылында йәшәүсе Шәмсеруза Туҡтағол ҡыҙы Ғиниәтуллина күптән түгел ҙур юбилейын — 95 йәшен билдәләне. Юбилярҙы тыуған көнө менән тәбрикләргә район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Лариса Александрова, Мишкә ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Ишмакаев, район ветерандар советы рәйесе Юлиә Балахнина һәм башҡалар килде.
Шәмсеруза Ғиниәтуллинаға Бөйөк Ватан һуғышының һуңғы ауыр йылдары һынауҙары төшә. Ул бала сағын күҙ йәштәре аша иҫенә төшөрә: атаһын иртә юғалта, әсәһе, өләсәһе һәм ҡустыһы менән йәшәй. Өлкән ағаһы фронтта һәләк була. Уға өлкәндәр менән бер рәттән колхозда эшләргә тура килә. Бесән йыялар, көлтә бәйләйҙәр, колхоз малын көтәләр. Бөтә үҫтерелгән уңышты дәүләткә тапшыралар. Кистәрен һалдаттар өсөн йыйылып бейәләй, ойоҡбаш, бирсәткәләр бәйләйҙәр. Ит, һөт, йомортҡа һәм башҡа аҙыҡ-түлек — барыһы ла фронт өсөн йыйыла. Үҙҙәре ашарға яраҡлы үләндәрҙе, шулай уҡ серек картуф ашаған көндәре лә була.
1946 йылда Шәмсеруза Туҡтағол ҡыҙы 10-сы класты тамамлай һәм Оло Шаҙы ауыл Советында хисапсы булып эш башлай. Киләһе йылда китапханасы ставкаһы бирелгәс, ул Мишкәлә әҙерлек курстары үтә һәм үҙ йортонда китап нөктәһе ойоштора. Ауыл китапханаһы бинаһы һуңыраҡ бирелә. 17 йыл Оло Шаҙы һәм Иштебай ауыл китапханалары мөдире булып тырышып эшләй. Ситтән тороп китапхана техникумын тамамлай. Йәмәғәт эштәре менән әүҙем шөғөлләнә. Ул йылдарҙа ауылда бер кемдең дә телевизоры ла, радиоһы ла булмай. Художестволы үҙешмәкәрлек әүҙем үҫешә: концерттар ҡуйыла, агитация эше алып бара. Ошо саралар уртаһында ойоштороусы булараҡ ҡайнай ул.
Шәмсеруза Туҡтағол ҡыҙы төрлө кимәлдәге һайлауҙарҙы ойоштороп үткәреүҙә лә ҙур өлөш индерә. Ауылда һайлау комиссияһы секретары була. Ул ваҡытта ихаталарҙы йөрөп сығып, һайлаусылар исемлеген үҙҙәре төҙөй.
1967 йылда Шәмсеруза Туҡтағол ҡыҙын партияның район комитетына эшкә саҡыралар. Унда ул бер йыл ойоштороу бүлеге инструкторы булып эшләй. 1968 йылдың мартында Шәмсеруза Ғиниәтуллина Мишкә ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлана. Был яуаплы вазифала ул хаҡлы ялға киткәнгә тиклем, 1985 йылғаса эшләй.
Шәмсеруза Туҡтағол ҡыҙы һигеҙ тапҡыр район Советы депутаты итеп һайлана, партияның күп һанлы йөкләмәләрен үтәй. Ете миҙал, Башҡорт АССР-ы Мәҙәниәт министрлығының, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре союзы өлкә комитетының, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почет грамоталары менән бүләкләнгән. Шәмсеруза Туҡтағол ҡыҙы — тыл хеҙмәтсәне, ә 2021 йылдан «Һуғыш балалары» статусына эйә.
Ауыл ҡарттары Роза Туҡтағол ҡыҙы (урындағы халыҡ уға шулай тип өндәшә) эшләгән йылдарҙы йылылыҡ һәм ихтирам менән иҫкә ала. Ул ҡәтғи һәм талапсан етәксе, яҡшы хужа, ғәҙел кеше була. Һәр саҡ проблемалар, үтенестәр менән дә уға баралар.
Пенсияға сыҡҡас, ветерандар хәрәкәтендә йәмәғәт эше менән шөғөлләнә, район ветерандар ойошмаһының Маҡтау китабына индерелгән. Шәмсеруза Туҡтағол ҡыҙының миҙалдары ла, ведомство һәм райондың Почет грамоталары ла бихисап.
Фиҙаҡәр хеҙмәттә лайыҡлы ғүмер юлы үткән ағинәйгә күңел тыныслығы, туғандарының һәм яҡындарының ихтирам һәм иғтибарын тойоп, имен, тыныс, бәхетле ғүмер итеүен теләйбеҙ!
Лилиә ХӘСӘНОВА.
Мишкә районы.