Бер литрлыҡ банкаға:
Ҡара ҡарағат – 100 г
Сейә – 100 г
Шәкәр – 100 г
Лимон кислотаһы – тәменә ҡарап
Ҡарағат менән сейәнең иң матурҙарын ғына һайлап алырға. Емештәрҙе стерилләнгән банкаларға һалып, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойорға. 10 – 15 минут тотҡандан һуң, һыуын кире ҡойоп алып, утҡа ҡуйырға. Һыуы ҡайнап сыҡҡас, шәкәр һалып, иреп бөткәнсе утта тоторға. Емештәр һалынған банкаға бер семтем лимон кислотаһы өҫтәп, өҫтөнә ҡайнар сироп ҡойорға һәм ҡапҡасын нығытып ябырға.