Ерҙең өҫтөн туңдырып, һыуыҡтар төшкәнсе, был йәшелсәне ултыртып ҡалығыҙ. Ул тамыр ебәреп ҡалырға тейеш.
Һарымһаҡ помидор, ҡыяр, кәбеҫтә, ҡуҙаҡлы культуралар үҫкән урында яҡшы үҫә. Ултыртыр алдынан түтәлгә ашламалар һалығыҙ, төрлө сиргә бирешмәһен өсөн бүлкәттәрен «Фундазол», «Тирам», «Максим» препараттары, марганцовка эретмәһендә тотоғоҙ. Һуңынан көлгә бутап сәсегеҙ. Ошо талаптарҙы үтәһәгеҙ, был йәшелсә уңышы менән ҡыуандырыр.