Ҡыш көнө итле аштар ялҡытып киткәндә, көҙөн әҙерләгән щи, борщтар бик тә ярап ҡала. Щи әҙерләү өсөн кәрәк:
1,5 килограмм кәбеҫтә
600 грамм помидор
600 грамм һуған
600 грамм татлы борос
200 грамм кишер
ярты стакан шәкәр
ике ҡалаҡ тоҙ
ярты стакан аш һеркәһе
ярты стакан үҫемлек майы.
Әҙерләү :
Кәбеҫтәне турайбыҙ. Кишерҙе эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Һуғанды ваҡ итеп турайбыҙ. Татлы боросто һаламлап ҡырҡабыҙ. Помидорҙы киҫәктәргә бүләбеҙ.
Йәшелсәләрҙе бергә ҡушып, 15 минут ҡайнатабыҙ. Үҫемлек майы, тоҙ, шәкәр һалып, тағы ла биш минут ҡайнатабыҙ. Аҙағында аш һеркәһе ҡоябыҙ.
Эҫе килеш стерилләнгән банкаларға тултырабыҙ ҙа ҡаплап ҡуябыҙ. Һыуынғансы «йылы юрған» аҫтында тотабыҙ.
Ҡышын һурпала картуф бешерәбеҙ ҙә ошо әҙерләмәне һалып ҡайнатып алабыҙ. Аштарығыҙ тәмле булһын!
Фото һәм текст сығанағы: "Файҙалы кәңәштәр" төркөмөнән.