1 кг аҡ бәшмәк
бер укроп башағы
3-4 тырнаҡ һарымһаҡ
2 аш ҡалағы тоҙ
10 бѳртѳклѳ ҡара борос
10 ҡарағат япрағы.
Тоҙло һыу ҡайнатып, йыуылған таҙа бәшмәктәрҙе шуға һалып, ҡайнатып алырға.
Стерилләнгән банка тѳбѳнә әҙерәк тоҙ, 2 бѳртѳк борос, укроп башағы, ҡарағат япрағы һалғас, ѳҫтѳнә бәшмәк һалырға, бәшмәк ѳҫтѳнә тағы ҡарағат япрағы, борос, тоҙ һибеп, йәнә бәшмәк һалабыҙ. Шулай банка тулғансы ҡатлап, тығыҙлап тултырабыҙ.
Бәшмәк ҡайнатҡан һыуҙы ѳҫтѳнә ҡоябыҙ.Ҡышҡы ҡабымлыҡ әҙер.