Бөтә яңылыҡтар
Йәш хужабикәләргә!
24 Сентябрь 2023, 11:19

Алманы нисек һаҡларға?

Ҡышҡылыҡҡа һаҡлауға алманың ҡышҡы сорттары ғына алына.

Көҙгө һалҡындар етер алдынан алмаларҙың ҡышҡы сорттары йыйыла. Был ваҡытта ул тейешле форманы һәм төҫтө лә ала, йомшара һәм алмағастан еңел өҙөлә. Ҡойолған алмалар артыҡ өлгөргән һанала. Уларҙы һаҡлауға ҡуйыуҙан мәғәнә юҡ. Иртә йыйылғандары һаҡланған ваҡытта бөрөшөп китәләр. Һаҡлауға уртаса ҙурлыҡтағы алмаларҙы ғына ҡадырырға. Улар бәрелмәгән, ҡоротҡостар тарафынан зарараланмаған булырға тейеш. Эреләрен айырым һаҡлайҙар. Алмағастан өҙөп алынғандарын ҡояшта тоторға ярамай.

Һаҡлауға ҡуйыласаҡ алмаларҙы тартмаға бысҡы сүбе менән аралаштырып теҙегеҙ. Һаҡланаһы урынға ҡуйырға 10 – 15 көн ҡала һалҡын көндәрҙә асыҡ тотоғоҙ. Ҡайһы бер алма сорттары полиэтилен пакетта ла һаҡлана. Бер пакетҡа 1 – 3 кило алма һалына.

 Был емеште йәшелсә менән һаҡларға ярамай. Уға минус 1, плюс 4 градуслы урын кәрәк.

«Пепин шафранный», «Уэлси Северный» синап сорттары 1 градуста оҙағыраҡ һаҡлана.

«Спартан», «Богатырь» алмалары өсөн +2...+3 градуслы бүлмә ҡулай.

Алма һаҡлана торған урында һауаның дымлылығы 90-95 процент  самаһы булырға тейеш. Дымлылыҡ күләме кәмеһә, биҙрә менән һыу  ҡуйырға кәрәк.

 

Фото: agro-tm.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2023-09-23/almany-nisek-a-lar-a-3450266
Автор:
Читайте нас: