Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәш хужабикәләргә!
20 Август 2023, 11:00

2 литр һөттән – 1 килограмм сыр!

Әҙ генә һарымһаҡ йәки укроп ҡушһаң, айырыуса тәмле килеп сыға.

Был рецепт интернет селтәрендә байтаҡтан таралды һәм бик популярға әйләнде. Шулай ҙа, бәлки, дуҫтарыбыҙ араһында уның менән таныш булмаусылар ҙа барҙыр тип, һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.

Ике литр һөткә ике ҡалаҡ тоҙ һалып, утҡа ҡуябыҙ. Ул йылынғансы,  200 грамм ҡаймаҡҡа 6 йомортҡа һалып ныҡлап туҡып, һөткә ҡушып болғатабыҙ. Һөт яйлап эремсекләнә һәм һыуы бүленеп сыға башлай. Сыр ҡаҙан төбөнә йәбешмәһен өсөн һәр ваҡыт болғатып торорға кәрәк.

Дуршлагҡа бер нисә ҡат итеп марля йәйеп, ҡайнап сыҡҡан сырҙы һөҙәбеҙ. Һыуы һарҡып бөткәс, ҡаплап, өҫтөнә һыу менән тулы 3 литрлы банка ултыртып ҡуябыҙ. 5 сәғәттән сыр әҙер була. Уны һыуытҡыста һаҡларға кәрәк.

Ҡаймаҡ урынына кефир алырға ла була. Тағы ла сыр ҡайнаған саҡта йәшел йәки киптерелгән тәмләткестәр өҫтәп, уға үҙенсәлекле тәм бирергә була.

Әҙ генә һарымһаҡ йәки укроп ҡушып эшләнгән сырҙар айырыуса тәмле килеп сыға.

(Ысул интернет селтәрендәге асыҡ сығанаҡтан алынды).

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
https://bashgazet.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/2023-08-20/2-litr-tt-n-1-kilogramm-syr-3394121
Автор:
Читайте нас: